РЕЖИМ РАБОТЫ:
01 сен. - 31 мая
01 июн. - 31 авг.
Выходные дни: ВС, ПН
Санитарный день -
последняя пятница месяца
Адрес и телефон:
ул. Маршала Жукова, 11/2
+7 (347) 216-48-65
|
|
Милли кейемдең көйө
Милли кейемдәр шул халыҡтың этник асылы, енесе, йәше, ғаилә һәм социаль хәле, шулай уҡ ҡайһы дәүерҙә йәшәүе, ниндәй быуынға ҡарауы хаҡында ла һөйләй. Башҡорт халҡының борон - борондан кейеме бай һәм төрлө булған, шул иҫәптән баш кейемдәре лә. Улар йылдың миҙгеленә, төрлө яҡ башҡорттарының йәшәү шарттарына ҡарап айырылған. Ҡайһы бер ир-аттың баш кейемдәре бөтә Башҡортостанда таралған булһа, икенселәре тик айырым райондарҙа ғына ҡулланылған. Башҡорт халҡының этнографияһын өйрәнгән ғалим С. Руденко «Башҡорттар» исемле китабында башҡорт ир-аттарының баш кейеме тураһында бына нимәләр яҙа. «Башҡорттар араһында киң таралған баш кейеме ул бүрек», -ти ғалим. Бүректе бөтә Башҡортостанда ла кейгәндәр. Уны, ғәҙәттә, түбәтәй өҫтөнән кейер булғандар. Бүректе һарыҡ тиреһенән теккәндәр. Тышын ҡара сепрәк туҡыма менән тышлағандар. Аҫҡы өлөшөнә ҡондоҙ йәки төлкө тиреһенән буй һыҙат һалғандар. Был бүректе ҡышын да, йәйен дә кейгәндәр. Баш кейеме буйынса ҡатын-ҡыҙҙың йәше, ғәилә хәле тураһында белеп булған. Баш кейемен тәңкәләр, ҡабырсаҡтар, металл ҡалайҙар тегеп сағыу итеп биҙәгәндәр. Йәнлек тиреһенән дүрт ҡыя һәм ике ярым түңәрәктән йәки дүрт ҡыя һәм түңәрәк төп ҡырҡып алып теккәндәр. Ҡама, ҡондоҙ, һуҫар һәм башҡа тиреләр ҡулланылған. Байрам өсөн тегелгән бүреккә ҡондоҙ(ҡамсат бүрек) йәки ҡама тиреһенән (ҡама бүрек) тирәс ҡуйғандар. XIX быуат аҙағында ҡатын-ҡыҙҙар кейеменең үҙенсәлеге бил тирәһенән үк башланған балитәкле күлдәк булған. XX быуат башында бында күлдәктәр һәм алъяпҡыстар йорт шарттарында туҡылғанбиҙәкле ҡыҙыл һәм һарғылт туҡыманан тегелгән. Йәй көнө күлдәк өҫтөнән оҙон, тар билле һәм аҫҡа табан киңәйгән камзул кейгәндәр. Камзул – биллекле, аҫтарлы, ҡыҫҡа өҫкө кейем. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар камзулы була. Уны күлдәк өҫтөнән, иҙеүҙәрен асып йәки ҡаптырма менән элеп кейгәндәр. Тәңкәле биҙәүестәр: һырға һәм сәсҡап, арҡалыҡ, дәүет таҡҡандар. Көнбайыш райондарында ҡатын-ҡыҙ күлдәге яғаһы өҫтөнән муйынға биҙәүестәр – яғасылбырҙар таҡҡандар. Байрамда ебәк йәки бәрхәт елән, бишмәт кейгәндәр. Еләндәрен мәрйен, тәңкә, ынйы, аҡыҡ тегеп төҫлө биҙәктәр менән семәрләгәндәр. Камзул традицион көндәлек кейем һәм байрам (туй) костюмы иҫәпләнгән, шулай уҡ ҡалым иҫәбенә лә ингән. Башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, татарҙарҙың кейеме булараҡ танылыу яулаған (мәғлүмәт "Башҡорт энциклопедияһы"нан алынды). Башҡорт милли кейеме традицияларының бөгөнгө заманда халыҡ араһында ла лайыҡлы урыны бар. Һуңғы осорҙа замана башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының гардеробында һаҡал, ҡашмау кеүек элементтар барлыҡҡа килде. Традицион милли костюм элементтары, ижади юҫыҡта асылып, бик күп модельерҙарҙың коллекцияларында сағылыш таба.
|
|
|